Презентация по башкирскому языку на тему Баш?орт телен? ?йр?те??? электрон д?реслект?р ??м ?ушыталар фай?аланыу (Применение электронных учебников и приложений при обучении башкирскому языку).


Чтобы посмотреть презентацию с картинками, оформлением и слайдами, скачайте ее файл и откройте в PowerPoint на своем компьютере.
Текстовое содержимое слайдов презентации:

Башҡорт теленә өйрәтеүҙә электрон дәреслектәр һәм ҡушыталар файҙаланыу “Айырым фәндәр тәрәнәйтеп уҡытылған 12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең” башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рим Муллағәли улы Ғәббәсов төҙөнө.Стәрлетамаҡ - 2015 БЕҘ ЯҢЫ ТЕХНОЛОГИЯЛАР ДӘҮЕРЕНДӘ ЙӘШӘЙБЕҘ XXI быуат - мәғлүмәт технологиялары һәм мәғариф өлкәһендә ҙур мөмкинлектәр тыуҙырған яңы заман. Шуға күрә лә бөгөнгө мәктәпте был технологияларҙан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Яңы информацион технологиялар бөтә предметтар буйынса яңы мөмкинселектәр аса, башҡорт теле лә ситтә ҡалмай. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға яңыса ижади ҡараш, уңышлы алымдар ҡулланыуҙы, дәресте заманса, фәнни, ҡыҙыҡлы итеп ойоштороуҙы талап итә. Электрон дәреслектәрҙең әһәмиәте яңы быуын электрон дәреслектәре - милли рухлы шәхес тәрбиәләүгә, уҡыусыларҙа УУЭ формалаштырыуға ҙур аҙым. регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеген булдырыуҙа дәрестәрҙә уҡыу эшмәкәрлегенең маҡсатын билдәләү һәм формалаштырыуҙы, дәреслек материалдары нигеҙендә үҙеңдең фекереңде башҡаларға еткерергә өйрәтеүҙе тәьмин итә. дәреслектә бирелгән проблемалы диалогик ситуациялар, башҡа коммуникатив эш төрҙәрен, регулятив уҡыу ғәмәлен формалаштырыу сараһы. ЭЛЕКТРОН ДӘРЕСЛЕКТЕҢ РОЛЕ Танып-белеү эшмәкәрлегендә, тел байлығын үҫтереүҙә, һүҙлеккә йүнәлеш тотоуҙа, текст, иллюстрациялар буйынса һорауҙарға яуаптар табыуҙа, уҡытыусы һәм кластағы балаларҙың бергә башҡарған эш һөҙөмтәләренә һығымта яһауҙа мөһим роль уйнай. Ниндәй осраҡта ҡулланырға мөмкин? үҙ-ара һөйләшеүҙе камиллаштырыу осраҡтарында;телде шымартыу маҡсатында һүҙҙәрҙе ятлау, дөрөҫ әйтергә өйрәнеүҙә; дикторҙың тауышына эйәреп һөйләйҙәр, һуңынан уҡыған; яҙған эштәрҙе тикшерәләр һәм уларҙы баһалайҙар. Электрон дәреслектәрҙе ни өсөн балалар ярата? Дәреслектәрҙәге аудио һәм видео материалдарҙы балалар ҙур ҡыҙыҡһыныусанлыҡ менән ҡабул итәләр. Ундағы биремдәр сағыу һәм баланың иғтибарын йәлеп итеп тора.Тема буйынса өҫтәмә видеоларҙы бер ҡайҙан да эҙләп йөрөү кәрәкмәй. Уҡытыусы өсөн дә, уҡыусы өсөн дә бик уңайлы. ЙОМҒАҠЛАУ ЙОМҒАҠЛАУ Заман талаптарына яуап бирерлек сифатлы уҡытыу - мәктәптең иң мөһим бурысы. Башҡорт теле дәрестәрендә заманса технологияларҙы ҡулланыу урыҫ телле уҡыусыларҙың шәхси, регулятив, танып белеү һәм коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштыра. Белем биреүҙең традицион юлдары менән бергә инновацион алымдар:- уҡытыу процесының эффектлылығын күтәрә;  - рус телле уҡыусыларҙың башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙарын арттыра;- һәр балала айырым шәхесте күрергә өйрәтә;- уҡыусыларҙың танып-белеү эшмәкәрлеген активлаштыра, фекер эшмәкәрлеген үҫтерә; балала үҙ көсөнә,үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләй;- уҡыусынының белем алыуға эҙләнеүҙәр аша килеүен тәьмин итә; ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа уңышлы ҡатнашырға ярҙам итә;- тыуған яҡҡа, башҡорт халҡының тарихына, сәнғәтенә, мәҙәниәтенә, күренекле шәхестәренә,уларҙың ижадына, милли йолаларына ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләй. Mиҫалда яҙылғанса төркөмлә.Был нимә? Был эт.Был кем? Был уҡыусы.Малай, ҡыҙ, бесәй, ҡуян, осоусы, сысҡан, һатыусы, бала, айыу, ағай, тауыҡ, әтәс, игенсе, төҙөүсе. Дөрөҫ һорау ҡуй.Был нимә? Был кем?  Бабай, ҡалаҡ, һыйыр, ейән, өләсәй, ҡәләм, аҡбур, һарыҡ, ағай, ҡолон, апай, икмәк, сәй, бесәй.

Приложенные файлы


Добавить комментарий