Урок по башкирскому языку Кейем-?алым (Одежда)


Тема: Кейем-һалым. Һөйләм . Класс: 3
Маҡсат:-кейем-һалым темаһы менән таныштырыу; йыл миҙгелдәрен ҡабатларға;
-телмәр үҫтереү, һүҙлек запасын байытыу;
-кейемдәрҙе пөхтә тоторға өйрәтеү.
Йыһаҙландырыу: кейем-һалым һүрәттәре, ребус.
Һүҙлек эше: кейем-һалым.
Дәрес барышы
1. Ойоштороу мәле
- Һаумыһығыҙ уҡыусылар. Бөгөн башҡорт теле дәресен мин алып барам. Әйҙәгеҙ әле балар бер беребеҙҙе матур көн менән ҡотлап алабыҙ. Күҙҙәрегеҙ менән бер-берегеҙгә %Һаумы% тип әйтеп ҡарағыҙ, эйәктәрегеҙ менән, ауыҙҙығыҙ менән.
2. Белемде актуалләштереү
- Хәҙер беҙ һеҙҙең менән тел шымартып алабыҙ, тиҙәйткесте иғтибар һәм дөрөҫ итеп уҡығыҙ
Һары Сабираға һары сандали, һары сандалиға һары Сабира.
- Балалар, ҡарағыҙ әле таҡтаға. Һеҙ нимәләр күрәһегеҙ? (бүрек, кейем).
- Ошо әйберҙәрҙе ниндәй бер һүҙ менән әйтеп була? (кейем)
- Эйе, балалар был кейем-һалымдар. Кем дәрес темаһын әйтеп ҡарай.
- Бөгөнгө дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуйыр инегеҙ, нимәләр белергә уйлайһығыҙ? (кейем-һалым исемдәрен ҡабатларға)
- Афарин уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән дәрестә кейем-һалым исемдәрен иҫкә төшөрәбеҙ.
3. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.
- Әйҙәгеҙ, тағы ла ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлап алайыҡ. (слайд)
- Ә бына был һүҙҙәр башҡорт теленә тәржимә ителмәй.
- Әйтегеҙ эле, ә кейем беҙгә кәрәкме?
- Нимәгә кәрәк? (матур, йылы булһын өсөн)
- Ошо бирелгән һүҙҙәрҙе ниндәй төркөмдәргә бүлергә мөмкин? ( аяҡ, өҫкө кейем, эске, ҡышҡы, йәйге, ҡышҡы һ.б.)
- Дөрөҫ, кейем-һалым ҡышҡы, йәйге, яҙғы-көҙгө кейемдәргә бүленә. Ниндәй миҙгелгә ниндәй кейем ингәненә һеҙ беләһегеҙме?
- Әйҙәгеҙ төркөмдәргә бүленеп кейем-һалымдарҙы ҡышҡы, йәйге, яҙғы-көҙгө кейемдәргә бүлеп алабыҙ. Таҡтаға ҡарағыҙ, һәр төркөм үҙ миҙгелен генә яҙа.
Ял минуты
- Әйзәгеҙ ял минутын үткәреп алабыҙ
Кейемдәрҙе беҙ һаҡлайбыҙ.
Уларҙы тегеп ҡуябыҙ.
Йыуабыҙ, үтекләйбеҙ.
Шкафка кейемдәрҙе алып ҡуябыҙ.
Бармаҡтарҙы бөгәбеҙ
Кейемдәрҙе әйтәбеҙ.
Кофта, салбар, күлдәк, шарф
Алып ҡуябыҙ беҙ шкафҡа.
- Афарин, ял минутында беҙ нимәләр эшләнек? (кейемдәрҙе йыуҙыҡ, тектек ...)
- Һеҙ кейемдәрегеҙҙе тәртиптә тотаһығыҙмы? (...)
- Мәктәптән ҡайтҡас нимә эшләйһегеҙ? (...)
- Хәҙер мин һеҙгә бер малай (Йәмил) тураһында текст уҡып ишеттерәм, ә һеҙ әйтерһегеҙ, шул малай кейемдәрен нисек тотор икән: бөхтә, тәртиптә, йә киреһенсә - әрпеш (неопрятно). Текста һеҙгә таныш булмаған һүҙҙәр булырға мөмкин: (слайд)
ТЕКСТТЫ УҠЫУ
- Нимә өсөн малай шатланған? (яңы кейемдәр өсөн)
- Ниндәй кейем уға бүләк иткәндәр? (сатин күлдәк, галош ....)
- Нисек уйлайһығыҙ, малай кейемдәрен нисек тотор икән?
- Малайға нимәләр теләр инегеҙ, яңы кейемдәрен кейгәс?
- 49 биттә ҡотлай торған һүҙҙәр бар, әйҙәгеҙ уҡыйыҡ, хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ.
- Мин һеҙгә тағы ла бер текст ишеттерәһе килә. (слайд)
ТЕКСТТЫ УҠЫУ
- Оҡшаны мы һеҙгә Гәрәй? Ни өсөн?
- Ә һеҙҙең кейемдәрегеҙҙе кем йыйыштырып ҡуя?
- Афариндар, кейемдәрегеҙҙе үҙегеҙ тәртиптә тотҡан өсөн.
- Гәрәй һөйләмдәр төҙөгән һәм хаталанып киткән, хаталарын төҙәтегеҙ, дәфтәрегеҙгә яҙығыҙ.
- Бик яҡшы. Гәрәй баш ватҡыстар уйлап сығарған сисә алаһығыҙмы? (СЛАЙД)
4. Йөмғаҡлау.
- Дәресебеҙ шуның менән тамам, бөгөн дәрестә бөтә нимә аңлашалды мы, әйҙәгеҙ дәфтәр юлына баҫҡыс эшләгеҙ. Бер нимә лә аңламаған булһағыҙ, яңы белем алмаһағыҙ - 1 баҫҡысҡа өндәү билдәһен ҡуйығыҙ; күп нимә аңламай ҡалһағыҙ, дәрес оҡшаһа 2 баҫҡысҡа ҡуйығыҙ, бөтә нимә аңлашылды - 3 баҫҡыс. Дәрестә бик актив (әүҙем) ҡатнаштығыҙ.

Приложенные файлы


Добавить комментарий