Конспект урока по башкирскому языку в 4 классе по теме ?аналып килг?н ?ылымдар. Ду?лы? монументы.


РУС ТЕЛЛЕ БАЛАЛАРҒА – БАШҠОРТ ТЕЛЕ
Һаналып килгән ҡылымдар. Дуҫлыҡ монументы.
(IV синыф)
Маҡсат. Һаналып килгән ҡылымдарҙы аңлатыу, «Ҡылым» темаһы буйынса уҡыусыларҙың белемдәрен нығытыу. Һөйләү телмәрен үҫтереү, тема буйынса яңы һүҙҙәр һәм фразаларҙы үҙләштереү; уҡыусылырҙың хәтерен, иғтибарлығын үҫтереү. Уҡыусыларҙа Башҡортостанға ҡарата һөйөү, дуҫлыҡ хисе, ғорурлыҡ тойғоһо уятыу.
Йыһаҙландырыу. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4 синыф уҡыусылары өсөн дәреслек, мультимедиа проекторы, компьютер, электрон һүҙлек, «Дуҫлыҡ монументы» - фотоһүрәте; карточкалар (яңы һүҙҙәр -әҙерләнәләр,яңырталар,матурлайҙар, биҙәйҙәр,төҙөйҙәр; белгән һүҙҙәр -
Баш ҡала, ҙур, байрам, туҡталыш, урам, тимер юл, вокзал, яңы, социаль объект; ялғауҙар – -ла, -ға, -ың,-ы, -дар,-ҙы, -тар,-ҙы), магниттар,
« Матур Өфө ҡалаһы » йырының фонояҙмаһы;
Актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр. әҙерләнәләр,яңырталар,матурлайҙар, биҙәйҙәр,төҙөйҙәр.
Таҡтала : Число, көн исеме.
Һул яҡта – «Дуҫлыҡ монументы» - фотоһүрәте.
Дәрес барышы:
I. Ойоштороу мәле. Дежур уҡыусы менән әңгемә.
II. Артикуляцион күнегеү. «Һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡырға өйрән» таблицаһы менән эш (Экрандан ҡарау,2-се слайд)
(хор менән уҡыу)
[ә] Рәсәй, мәңге, бергә, һәйкәл, йәшәгән, дәүләт, ерҙә, милләт,кешеләр.
[ҡ] Башҡортостан, дуҫлыҡ, башҡорт, ҡыуа, башлыҡ, ваҡиға, башҡа.
[ҙ] Беҙ, һеҙ, беҙҙең, түҙҙе.
III. Төп өлөш.
- Балалар, һеҙ беләһегеҙме, беҙҙең республика ниндәй ҙур ваҡиға үткәрергә әҙерләнә ?
Ребята, знаете ли вы какое событие отмечает наша республика?
(балалар яуап бирәләр)
- Дөрөҫ, 435 йыл.Правильно, 450 лет назад Башкирия добровольно присоединилась к Русскому государству.
- Иҫкә алайыҡ әле, Өфөлә ниндәй иҫтәлекле урындар бар?
Вспомним и перечислим достопримечательности Уфы.
- Салауат Юлаевҡа һәйкәл, Ләлә мәсете, ……..Дуҫлыҡ монументы.
-Дөрөҫ.
- Өфөнөң ниндәй ваҡиғаны был иҫтәлекле урын сағылдыра?
Вспомним, какое событие отражает эта достопримечательность Уфы?
- Дөрөҫ, 450 йыл элек Башҡортостан үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылды.
Правильно, 450 лет назад Башкирия добровольно присоединилась к Русскому государству.
IV. Дәреслек менән эш. «Дуҫлыҡ монументы» тексы өҫтөндә эш.
(дәреслек, 141 бит, 219 – сы күнегеү).
Тексты сылбырлы уҡыу, шунда уҡ тәржемә итеү.
Ҡылымдың башҡорт телендә һәр ваҡыт һөйләмдең аҙағында тороуын иҫкә төшөрөү.
Текстан ҡылымдарҙы табыу. (килеп инәһең, күренә, булып йәшәгән һ.б.)
V. Яңы тема.
Текстан һаналып килгән ҡылымдарҙы табығыҙ.
Найдите в тексте однородные члены предложения – сказуемые.
(дәреслек, 141-се бит, 2 – се абзац, 3-сө һөйләм):
баҫып ингәндәр, талағандар, ҡыуғандар.
Балалар, һеҙ аңлағанһығыҙҙыр бөгөнгө дәрестең темаһы ниндәй?Ребята, вы уже, наверное, поняли, какая тема урока сегодня?
Һаналып килгән ҡылымдар. (Экрандағы 3-сө слайд)
VI. Дәфтәрҙә эш.
Число, көн исемен яҙыу.
Текстан һөйләмде күсереп яҙыу һәм һаналып килгән ҡылымдарҙы һыҙып алыу (2 –се абзац, 3 –сө һөйләм):
Башҡорт ерҙәренә йыш ҡына сит ырыуҙар баҫып ингәндәр, уларҙы талағандар, малдарын ҡыуғандар.
Уларҙың һанын, затын языу. ( дәреслек, 141 бит, 220 –се күнегеү).
VII. Һүҙлек эше.
1. Яңы һүҙҙәр һүҙлек дәфтәргә яҙыла: (Экрандағы 4-се слайд)
әҙерләнәләр -готовятся
яңырталар - обновляют
матурлайҙар – делают красивее
биҙәйҙәр - украшают
төҙөйҙәр - строят
Хор менән уҡыу.
VIII. Үҙ аллы эш.
- Беҙҙең республика был байрамға нисек әҙерләнә?
Как наша республика готовится к этому празднику?
(балалар яуап бирәләр)
Дөрөҫ. Хәҙер бирелгән һүҙҙәр менән һеҙ ошо тема буйынса башҡортса һөйләмдәр төҙөйһөгөҙ.
Верно. Сейчас вы на эту тему с данными словами построите предложения на башкирском языке.
(берәмләп сығып, карточкаларҙы магнит менән таҡтаға ҡуйыу)
Баш ҡалала ҙур байрамға әҙерләнәр.
Тимер юлы вокзалың яңырталар,
урамдарҙы матурлайҙар, тукталыштарҙы биҙәйҙәр.
IX. Нығытыу.
(экранға ҡарау, 6-сы слайд)
1. Һаналып килгән ҡылымдарҙы ҡысҡырып, хор менән уҡыу.
2.Әйтелгәндәрҙе нығытып, һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итеү.
X. Өй эше.(7 –се слайд)
һаналып килгән ҡылымдар менән 3 һөйләм төҙөү.
XI. Йомғаҡлау.
-Дәресебеҙ тамам. Ул һеҙгә оҡшанымы? Нимәләр белдегеҙ?
- Ә хәҙер, әйҙәгеҙ әле Ҡ.Даян һүҙҙәренә, М.Вәлиев көйөнә яҙылған «Матур Өфө ҡалаһы» тигән йырын йырлайыҡ.
(8-се слайд)
XII. Баһалау.

Приложенные файлы


Добавить комментарий